Вернуться

Мәктәптәр наркотиктарға ҡаршы

24 март, 2008 йыл


Райондың мәғариф учреждениеларында наркотиктарҙы законһыҙ рәүештә таратыу,  ҡулланыуҙы тыйыу һәм профилактикалау буйынса даими рәүештә комплекслы эш алып барыла.

Мәҫәлән, күптән түгел 3-сө һанлы мәктәп-интернатта 1-6 синыф уҡыусылары араһында спорт ярыштары үтте. Күптән түгел райондың үҫмерҙәр наркология кабинеты медицина психологы Н.Р.Бронникова 8-9 синыф уҡыусылары менән осрашыу үткәрҙе. Бында сәләмәт тормош, үҫмерҙәрҙең экологик үҫеше һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында һүҙ барҙы.

72-се мәктәптә медицина хеҙмәткәре Г.И. Сәғитова уҡыусылар менән наркомания, алкоголь ҡулланыуҙы, тәмәке тартыуҙы киҫәтеү темаһына осрашыуҙар ойошторҙо. Бынан тыш 5-9 синыфтарҙа асоциаль күренештәрҙе киҫәтеүгә арналған синыф сәғәттәре үтте.      

Бындай дәрестәр райондың башҡа мәғариф учреждениеларында ла ойошторолдо.


Калинин районы Хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге




©:©2000-2008 йй. Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең рәсми сайты

Информация менән файҙаланғанда Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең рәсми сайты һылтаныу мотлаҡ