|
8 май, 2008 йыл
Өфө
ҡалаһы Киров районының 14-се мәктәбендә
Юнир Амангилдиндың эшләй башлауына 11 йыл да булып киткән. Ул
мәктәптә тормош хәүефһеҙлеге
нигеҙҙәрен уҡыта, уҡыусыларға
хәрби-патриотик тәрбиә биреү буйынса ҙур
эштәр башҡара. Хәрби кеше булараҡ, үҙ
бурысына яуаплы, намыҫлы ҡарай. Йыл һайын
үткәрелгән хәрби-спорт уйындарында
мәктәптең йыйылма командаһы юғары
күрһәткестәргә өлгәшә.
Юнир
Ғәзиз улы Амангилдин 1940 йылдың 22 мартында Ырымбур
өлкәһе Төйлөгән районының
Мәҡсүт ауылында тыуа. 1959 йылда СССР Ҡораллы
Көстәре сафына алына. 1960 йылда Тымыҡ диңгеҙ
флоты Хәрби-һауа Көстәренең уҡыу отрядын
отличие менән тамамлай, ә һуңынан Иркутск хәрби
авиация-техник училищеһына уҡырға ебәрелә.
1962-1987
йылдарҙа Тымыҡ диңгеҙ флотының авиация частарында
юғары вазифалар биләй. 1987 йылда СССР Ҡораллы
Көстәре сафынан подполковник
дәрәжәһендә запасҡа сығарыла.
Талапсан, тырыш,
һәр эшен еренә еткереп башҡарыусы Юнир
Ғәзиз улы күп йылдар Өфөлә Пионерҙар
һарайында Почет ҡарауылы әҙерләү буйынса
инструктор булып эшләй.
Юнир Амангилдин
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн», «Хәрби
батырлыҡ өсөн» миҙалдары, СССР Ҡораллы
Көстәрендә яҡшы хеҙмәт иткән
өсөн СССР Хәрби-диңгеҙ флоты баш
командующийының грамотаһы менән наградлана.
Юнир
Ғәзиз улы әле тормош ауырлыҡтары
күрмәгән балаларға бер ҡасан да
ҡыйынлыҡтарға бирешмәҫкә, яңы
үрҙәр яуларға өйрәтә.
Бөйөк
байрам - Еңеү көнө яҡынлашып килә. Ошо
айҡанлы уны бөтә коллектив исеменән
ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек, оҙон
ғүмер теләйбеҙ. Һәр ваҡыт сафта
ҡалығыҙ, иптәш подпол-ковник!
|